Новости
4 Июль 2024, 08:52

Республика синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошо менән таныштырҙы

Алдағы өс көндә Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте республика синоптиктары. Башгидрометта белдереүҙәренсә, бөгөн республикала яуым-төшөмһөҙ, ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы көндөҙ +28, +33 градус. 

Республика синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошо менән таныштырҙыРеспублика синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошо менән таныштырҙы
Республика синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошо менән таныштырҙы

Йома, 5 июлдә, яуым-төшөмһөҙ, ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә +16, +21 градус, көндөҙ +28, +33 градус. 

Шәмбе, 6 июлдә, яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ көньяҡта йәшенләп ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә +16, +21 градус, көндөҙ +28, +33 градус. 

 
 
 
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина
Автор:
Читайте нас