Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июль , 17:00

Рәсәйҙә ишле ғаилә таныҡлығы өлгөһө раҫланды

Рәсәйҙә күп балалы ғаиләнең статусын раҫлаған таныҡлыҡ өлгөһө барлыҡҡа килә. Тейешле бойороҡҡа хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

Рәсәйҙә ишле ғаилә таныҡлығы өлгөһө раҫланды
Рәсәйҙә ишле ғаилә таныҡлығы өлгөһө раҫланды

Башта – ҡағыҙ, ә артабан электрон таныҡлыҡ булдырыла. Ғаиләләр уны үҙ төбәгендә ярҙам сараларын һәм тотош илдә федераль льготалар алыу өсөн файҙаланырға мөмкин (мәҫәлән, мәҙәни йәки ял итеү учреждениеларында).

Таныҡлыҡ биреү тәртибе төбәк кимәлендә билдәләнә. Ғәмәлдәге таныҡлыҡты шул иҫәптән ғаризаһыҙ тәртиптә яңынан юлларға була.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда күп балалы тигән статусты раҫлаған һәм магазинда, күңел асыу үҙәгендә, музейҙа, театрҙа төрлө ташламаларға хоҡуҡ биргән рәсми документ 2019 йылда уҡ таратыла башланы. Хәҙер илдә шундай берҙәм документ булдырыла.

 
 
 
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина
Автор:
Читайте нас: