Новости
21 Июнь 2024, 07:00

Республикала алдағы ял көндәрендә эҫе һәм ямғырлы һауа торошо көтөлә

Синоптиктар фаразы буйынса, йома, 21 июндә, урыны менән йәшенле ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр көтөлә. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +25,+30°.

Республикала алдағы ял көндәрендә эҫе һәм ямғырлы һауа торошо көтөләРеспубликала алдағы ял көндәрендә эҫе һәм ямғырлы һауа торошо көтөлә
Республикала алдағы ял көндәрендә эҫе һәм ямғырлы һауа торошо көтөлә

Шәмбе, 22 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, күк күкрәүе ихтимал. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә +12,+17°, көндөҙ +23,+28°.

Йәкшәмбе, 23 июндә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән йәшен, көндөҙ урыны менән ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +12,+17°, көндөҙ +20,+25°.

 
 
 
Рәйлә Ғәниева фотоһы
Автор:
Читайте нас