«Махсус хәрби операция барышында яугирҙәребеҙгә етди һынауҙар төштө. Уларҙың барыһы ла кадрлы хәрби түгел. Кисәге төҙөүселәргә, уҡытыусыларға, табиптарға һәм башҡа һөнәр вәкилдәренә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яңы фекерләү форматына күсергә тура килде, — тип билдәләне Максим Забелин. — Яугирҙәребеҙ көслө рухлы, әммә уларға ла ярҙам кәрәк. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандарына ла психологик ярҙам талап ителеүе ихтимал».
Әлеге ваҡытта республикала көслө психотерапия базаһы булдырылған, унда юғары квалификациялы белгестәр эшләй. Республика клиник психотерапия үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан алып 400-гә яҡын кеше реабилитация үткән.
Консультацияны үҙәктә лә, «Ватанды һаҡлаусылар» фондының республика филиалы базаһында ла алырға мөмкин. Үҙәктең телефоны: 8 (347) 285-77-07. Психотерапевҡа кеҫә телфонынан 122 номерына шылтыратып йәки Дәүләт хеҙмәттәре сайтындағы шәхси кабинетта яҙылырға була.