Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июнь , 10:10

Ялға ҡайтҡан СВО офицеры һөйгән ҡыҙы менән ғаилә ҡорған

Межгорьенан Владимир һәм Владислава Филатовтар бер-береһен бала саҡтан белә.

Улар бер мәктәптә белем ала һәм бер урамда йәшәй. Мәктәпте тамамлағандан һуң йәштәр төрлө ҡалаларға уҡырға юллана: Владислава Силәбе педагогия университетына инә, ә Владимир хәрби олатаһының эҙҙәренән барырға, Санкт-Петербургтағы Михайлов академияһында белем алырға ҡарар итә.

Бер нисә йылдан һуң улар тыуған яғында осраша һәм мәңге бергә булырға ҡарар итә.

Владимир бер йылдан ашыу Донбасста хеҙмәт итә, «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы», «II дәрәжә Батырлыҡ өсөн», «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән. Оҙаҡламай яугир йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланасаҡ.

 

Сығанаҡ: https://vk.com/bstnews?w=wall-85076499_72529

Автор:
Читайте нас: