Новости
19 Июнь 2024, 06:00

Республикала ҡойма ямғыр, йәшен һәм 33 градус эҫе булыуы фаразлана

Синоптиктар фаразына ярашлы, шаршамбы, 19 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, урыны менән көслө ямғыр, ҡойма ямғыр, эре боҙ-борсаҡ яуыуы ихтимал.

Республикала ҡойма ямғыр, йәшен һәм 33 градус эҫе булыуы фаразланаРеспубликала ҡойма ямғыр, йәшен һәм 33 градус эҫе булыуы фаразлана
Республикала ҡойма ямғыр, йәшен һәм 33 градус эҫе булыуы фаразлана

 Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +28,+33°.

Кесаҙна, 20 июндә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән йәшен, ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ көтөлә, көньяҡ-көнбайыш райондарҙа яуым-төшөмһөҙ. Ел көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +13,+18°, көндөҙ +23,+28°.

Йома, 21 июндә, айырым райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр фаразлана. Ел көнбайыштан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +11,+16°, көндөҙ +25,+30°.

 
 
 
Фото: Гөлиә Көмөшбаева
Автор:
Читайте нас