Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июнь , 10:00

Ике йәшлек бәпес батҡан

Ҡурҡыныс яңылыҡ Благовещен районынан килде. Бында бассейнда ике йәшлек сабый батып үлгән.

Ике йәшлек бәпес батҡан
Ике йәшлек бәпес батҡан

“Маш-Баташ” телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, дүрт балалы ғаилә Ямалдан райондың Осиповка ауылындағы йорттарына йәйҙе үткәрергә тип килгән. Ғаилә башлығы, балаларҙың атаһы, вахта буйынса эштә ҡалған.

Балалар тышта уйнап йөрөгән саҡта иң бәләкәйҙәре, ике йәшлектәре, бассейнға ҡолап төшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны ҡотҡарып өлгөрмәйҙәр.

Эҫе көндәр тәғәйенләнмәгән урында һыу ингән өлкәндәр араһында бик күп ҡорбандар алып китте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыу бер кемде лә аямай. Ә бәләкәй балаға фажиғәгә тарыр өсөн бер нисә секундҡа яңғыҙы ҡалыу ҙа етә. Балаларҙан күҙ яҙлыҡтырмағыҙ!

 
 
 
Фото «Кандински» программаһы ярҙамында эшләнде.
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас: