Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июнь , 12:00

Башҡортостан яугирҙәре махсус хәрби операция биләмәһендә үҙ көсө менән мәсет төҙөгән

Донецк Халыҡ Республикаһында Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальоны яугирҙәре төҙөгән яңы мәсет асылды. Мәсет Донецк Халыҡ Республикаһының азат ителгән ауылдарының береһендә урынлашҡан.

Башҡортостан яугирҙәре махсус хәрби операция биләмәһендә үҙ көсө менән мәсет төҙөгән
Башҡортостан яугирҙәре махсус хәрби операция биләмәһендә үҙ көсө менән мәсет төҙөгән

Яҡташтарыбыҙ мосолмандарҙың иман йортона армия йондоҙҙары хөрмәтенә «Йондоҙ-рахман» исемен биргән. Мәсет хәрбиҙәр үҙҙәре йыйған аҡсаға һалынған. Төҙөлөш эштәре хеҙмәттән буш ваҡытта алып барылған.

Мәсет асылған көндә яугирҙәр намаҙ уҡыған һәм байрамса төшкө аш ойошторған. Бында тәүгеләрҙән булып заданиенан ҡайтҡан «юлаевсылар», Ростов өлкәһе мосолмандарының Диниә назараты вәкилдәре һәм Донецк Халыҡ Республикаһының муниципаль берәмеге етәкселәре килгән.

Мәсет Башҡортостандан килтерелгән ағастан һалынған. Республика етәксеһе Радий Хәбиров менән килешеү буйынса республикабыҙҙан ҡарағай бүрәнәләре, таҡталар һәм бурсалар ебәрелде, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

 

Эдуард Ҡусҡарбәков

Фото:Башҡортостан Башлығының Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәре менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе Артур Йомағужин

Автор:
Читайте нас: