Дәүләт башлығы һүҙҙәренсә, Украина ғәскәрҙәре Донецк, Луганск халыҡ республикалары, Херсон һәм Запорожье өлкәләре биләмәләренән тулыһынса сығырға тейеш.
Бынан тыш, Украина үҙенең нейтраль, блоктан тыш һәм ядроһыҙ тигән статусын гарантияларға, шулай уҡ НАТО-ға инеү маҡсатынан баш тартырға бурыслы.
Ҡырым, Севастополь, Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләренең Рәсәй төбәктәре тигән статусын халыҡ-ара килешеүҙәрҙә теркәргә кәрәк.
Көнбайыштың Рәсәйгә ҡаршы барлыҡ санкциялары ғәмәлдән сығарылырға тейеш.
«Әгәр Киев һәм Көнбайыш әлеге тәҡдимдән баш тартһа, артабан шарттар икенсе буласаҡ», — тине Путин.