Йәш ата-әсә ҡыҙҙарына Амалия тип ҡушҡан. Яңыраҡ Оло Ыҡтамаҡ ауылының төп мәсетендә бәпескә исем ҡушыу йолаһын үткәргәндәр.
«Волк» 2022 йылдың сентябренән махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Яугир тәүге тапҡыр отпускыға былтыр апрелдә ҡайтҡан булған. Шул саҡта «Волк» һөйгәненә кейәүгә сығырға тәҡдим яһаған. Йәштәр сәстәрен сәскә бәйләгән.
«Ата-әсәне ғүмерҙәрендәге иң бәхетле көндәре менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Ғаилә именлеге, сабырлыҡ, үҙ-ара аңлашып, ҡыҙығыҙҙы имен-һау үҫтереүегеҙҙе теләйем. Ватан һағында торған ғаилә башлығына рәхмәт», — тип яҙған Әнис Әсәҙуллин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.