2025 йылда Өфөнән Ҡазанға тура поезд йөрөй башлауы ихтимал. Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы ултырышында Куйбышев тимер юлы начальнигы урынбаҫары Дмитрий Новиков хәбәр итте.
Өфө менән Ҡазан араһында тура поезд йөрөй башлай
Проект бик перспективалы, тип билдәләне Новиков. Уны 2025-2026 йылдарҙа ғәмәлгә ашырыу күҙаллана. Уның һүҙҙәренсә, халыҡ араһында ике төбәктең баш ҡалалары араһында тура маршрут булдырыуға ихтыяж бар.