Новости
29 Май 2024, 09:30

Рәсәй ЮХХДИ рәсми рәүештә Дәүләт автоинспекцияһы тип үҙгәртелде

Рәсәй ЮХХДИ рәсми рәүештә Дәүләт автоинспекцияһы тип үҙгәртелде, исеме ҡануни яҡтан раҫланды, тип белдерҙе ведомство начальнигы Михаил Черников. Барлыҡ норматив-хоҡуҡи документтар яңы исемде иҫәпкә алып барыла, тип хәбәр итте ул.

Рәсәй ЮХХДИ рәсми рәүештә Дәүләт автоинспекцияһы тип үҙгәртелдеРәсәй ЮХХДИ рәсми рәүештә Дәүләт автоинспекцияһы тип үҙгәртелде
Рәсәй ЮХХДИ рәсми рәүештә Дәүләт автоинспекцияһы тип үҙгәртелде

«Хәҙер беҙ — Дәүләт автоинспекцияһы, ЮХХДИ ҡулланмайбыҙ, ҡануни яҡтан көйләнек. Милиция булырмы икән, белмәйем, ләкин Дәүләт автоинспекцияһы бар», — тип Черниковтың һүҙҙәрен килтерә ТАСС.

Дәүләт автомобиль инспекцияһы 1936 йылда булдырылған. 1998 йылда ул Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тип үҙгәртелгәйне.

 
 
 
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина
Автор:
Читайте нас