Новости
27 Май 2024, 11:00

Республика синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон фаразланы

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.

Республика синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон фаразланыРеспублика синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон фаразланы
Республика синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон фаразланы

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала башлыса яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡтан, киҫкен. Һауа температураһы көндөҙ +10, +15 градус.

Шишәмбе, 28 майҙа, йәнә яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +2, +7 градус, урыны менән 0,-2 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшөүе мөмкин, көндөҙ +17, +22 градус.

Шаршамбы, 29 майҙа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен көтөлә. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8, +13 градус, урыны менән +3, көндөҙ +18, +23 градус.

 
 
 
Гөлназ Ғиниәтуллина фотоһы
Автор:
Читайте нас