Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май , 13:00

11-се класты тамамлаусылар документтарын өйҙән сыҡмайынса ғына юғары уҡыу йортона тапшыра ала

Документтарҙы 2024 йылдың 20 июненән ҡабул итә башлайҙар.

11-се класты тамамлаусылар документтарын өйҙән сыҡмайынса ғына юғары уҡыу йортона тапшыра ала
11-се класты тамамлаусылар документтарын өйҙән сыҡмайынса ғына юғары уҡыу йортона тапшыра ала

Нисек ғариза бирергә:

«Дәүләт хеҙмәттәре»нә инегеҙ (vk.cc/cd4F6k). Һеҙҙең раҫланған иҫәп яҙмаһы булырға тейеш.

Шәхси кабинетта белем тураһында документтар, шәхси ҡаҙаныштар тураһында, инвалидлыҡ тураһында мәғлүмәт һорағыҙ.

 Әгәр ниндәй ҙә булһа документтар етмәһә, уларҙы сервисҡа үҙаллы индерергә мөмкин. Белем алыу тураһындағы документ хаҡында мәғлүмәт булмаһа, уны тапшырған ойошмаға мөрәжәғәт итергә һәм Мәғариф тураһындағы документтарҙың федераль реестрына мәғлүмәттәрҙе, шул иҫәптән СНИЛС тураһындағы мәғлүмәтте индереүҙең дөрөҫлөгөн тикшереүҙәрен һорарға кәрәк.

 Биш юғары уҡыу йортон һәм уларҙың һәр береһендә биш һөнәрҙе һайларға була.

 Кәрәкле документтарҙы ебәрегеҙ. Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре системала автоматик рәүештә күренәсәк.

 Сервис ярҙамында тағы нимә эшләргә була?

- юғары уҡыу йорттарынан килгән хаттарҙы күҙәтергә — мәҫәлән, әгәр өҫтәмә документтар кәрәк булһа;
- ҡабул итеү һынауҙары теҙмәһен һәм һөҙөмтәләрен белергә;
- уҡырға инеүселәрҙең конкурс исемлектәрен ҡарарға;
- эш биреүсе менән маҡсатлы уҡыу түраһында килешеү төҙөргә;
- түләүле уҡыу тураһында килешеү төҙөргә. Бының өсөн «Дәүләт асҡысы» ҡушымтаһы ла кәрәк буласаҡ.

 Шулай уҡ түбәндәге ысулдар менән документтар тапшырырға мөмкин:

- уҡыу йорто сайтында;
- ҡабул итеү комиссияһына шәхсән барып;
- университет урынлашҡан ҡалала ышаныслы кеше аша;
- почта аша: төп нөсхәләрҙе йәки күсермәләрҙе заказлы хат менән ебәрегеҙ.

 

Фото: https://vk.com/kinzebulat_sch

Автор:
Читайте нас: