Новости
21 Мая 2024, 11:01

Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йәшен һәм көслө ел тураһында иҫкәртә

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республика халҡын хәүефле метеорологик күренештәр тураһында иҫкәртә: шаршамбы, 22 майҙа, республикала урыны менән йәшен йәшнәүе көтөлә, көндөҙ елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етеүе ихтимал.

Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йәшен һәм көслө ел тураһында иҫкәртәРеспублика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йәшен һәм көслө ел тураһында иҫкәртә
Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йәшен һәм көслө ел тураһында иҫкәртә

Алдағы тәүлектә аяҙлы-болотло һауа торошо фаразлана. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел төньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 8-13 метр, көндөҙ айырым райондарҙа секундына 18 метрға етеүе мөмкин.

Һауа температураһы төндә +5, +10°, көндөҙ +16, +21°. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында шыйыҡ томан, 1-2 километрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.

 
 
 
Гөлназ Ғиниәтуллина фотоһы
Автор:
Читайте нас