Новости
20 Мая 2024, 07:28

ЗАГС залынан — махсус хәрби операцияға

Бөгөн Салауат районының ЗАГС бүлегендә ябай булмаған никах теркәлгән. Ғаилә башлығы тантананан һуң ЗАГС залынан тура махсус операцияға юлланған.

Арҡауыл ауылынан 37 йәшлек «Батл» позывнойлы яҡташыбыҙ Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән һәм ил һаҡсылары сафына баҫҡан. Үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмалар тоҫҡаусыһы булған хәрби, мин унда кәрәкмен, ти.

💞Хәрби ҡатыны менән бергә 18 йыл, улар өс балаға ғүмер биргән. Ирле-ҡатынлы икенсе тапҡыр никахлаша. Ун йыл элек улар айырылышҡан булған. Хәҙер йәнә ғаиләһен законлаштырған.

🔥Яугирҙы һөйөклө ҡатыны һәм өс балаһы өйҙә еңеү менән көтә. Яҡташыбыҙға уңыштар!

 

Сығанаҡ: https://vk.com/bstnews?w=wall-85076499_72103

Автор:
Читайте нас