Балтас районының Иҫке Тимкә ауылы егете махсус хәрби операция биләмәһендә. Уның позывнойы - "Жук".
Күптән түгел "Жук" хеҙмәттәше “Лазарь” менән дронды бәреп төшөргәне өсөн Суворов миҙалына лайыҡ булған. Яугир Миңлеғәле Шайморатов батальоны составында хеҙмәт итә. Балтас районы яугирен юғары наградаға лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ! Барлыҡ яугирҙәргә тиҙерәк тыуған яҡтарына, һөйгән йәрҙәренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!
Сығанаҡ: "Балтас таңдары" гәзитенән