Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май , 16:00

Сирен сәскәһе дауалай

Сирень сәскәһе эфир майҙарына, фарнезол, фенолгликозид сирингин кеүек матдәләргә, ә япрағы һәм бөрөләре флавоноидтарға, аскорбин кислотаһына, сайырға, фитонцидтарға һәм дубиль матдәләргә бай. Халыҡ медицинаһы ҡыуаҡтың сәскәһенән, бөрөһөнән һәм япраҡтарынан шифалы төнәтмәләр әҙерләргә кәңәш итә.

Сирен сәскәһе дауалай
Сирен сәскәһе дауалай

*Ниндәй ауырыуҙарҙы дауалай?

Бөйөр ауырыуҙарын.
Бының өсөн сәскәһенән төнәтмә әҙерләнә. Бер ҡалаҡ сәскәгә 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 4 сәғәт төнәтергә һәм һөҙөп алырға. Көнөнә 3 – 4 тапҡыр бер-ике ҡалаҡ эсергә.

*Һалҡын тейеүҙе.
Шул уҡ төнәтмәне йүкә сәскәһе ҡушып әҙерләргә мөмкин. Бик яҡшы тирләтә һәм температураны төшөрә.

*Ашҡаҙан сей яраһын, эс китеүҙе, коклюш һәм тын етмәүҙе.
Сирень сәскәһенән сәй бешереп эсергә. Бер стаканға бер ҡалаҡ сәскә алына һәм яртышар стаканлап эсергә мөмкин.

*Артритты: ревматизм, ревматоидлы артрит, невралгия, артралгия. Спиртлы төнәтмә әҙерләнә. Бының өсөн 1/4 такан ваҡланған сәскә менән бөрөгә бер стакан спирт йә араҡы ҡойоп, ҡараңғы бүлмәлә 8 – 10 тәүлек төнәтергә. Спиртлы төнәтмәне көнөнә 3 – 4 тапҡыр 20 – 30 тамсы, ә араҡыла эшләнгәнен 50 тамсы эсергә мөмкин.

*Һыҙлаған, ауыртҡан урындарҙы.
Был осраҡта ыуыныу өсөн төнәтмә әҙерләнә. Ярты стакан сәскәгә йәиһә бөрөгә 200 мл араҡы ҡойоп, ике аҙна төнәтергә. Һуңынан аяҡ-ҡул һыҙлағанда уның менән ыуынырға була. Шулай уҡ теш һыҙлағанда ла ярҙам итә.

 

 

Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина

Автор:
Читайте нас: