Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май , 14:08

«Алға» махсус иҡтисади зонаһында тротуар плиткаһы сығарыла башлай

«Алға» махсус иҡтисади зонаһында яңы резидент теркәлгән  — «Поревит. Өфө», тип хәбәр иттеләр Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

«Алға» махсус иҡтисади зонаһында тротуар плиткаһы сығарыла башлай
«Алға» махсус иҡтисади зонаһында тротуар плиткаһы сығарыла башлай

Предприятие 137 яңы эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тота. Проектҡа инвестициялар күләме — 2,4 миллиард һум.

«Алға» махсус иҡтисади зонаһында инвестор илебеҙҙә тротуар плиткалары, бордюрҙар һәм төҙөкләндереү өсөн башҡа материалдар етештереүҙе үҫтерергә ниәтләй. Әле инвестор менән берлектә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлөш-монтаж эштәренә тотоноу өсөн ойоштороу мәсьәләләре өйрәнелә.

«Поревит. Өфө» компанияһы «Алға» махсус иҡтисади зонаһының 22 резиденты булды. Әлеге ваҡытта барлыҡ резиденттарҙың дөйөм күрһәтелгән инвестициялар күләме яҡынса 65 миллиард һумға етә.

«Алға» сәнәғәт-етештереү тибындағы махсус иҡтисади зонаһы Ишембай, Стәрлетамаҡ һәм Өфө райондары биләмәһендә урынлашҡан.

Уның дөйөм майҙаны — 763 гектар. Айырым майҙансыҡтар предприятиеларҙы кластер тибы буйынса урынлаштырырға мөмкинлек бирә. Рәсәй иҡтисади зоналарының инвестиция йәлеп итеүсәнлеге йәһәтенән милли рейтингы йомғаҡтары буйынса «Алға» махсус иҡтисади зонаһы ике тапҡыр сәнәғәт-етештереү тибындағы махсус иҡтисади зоналар араһында иң йылдам үҫешеүсе тип танылды. 2023 йылда «Алға» рейтингтың «Импортты алмаштырыу» номинацияһында еңеүсе булды.

Автор:
Читайте нас: