Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Май , 15:00

Синоптиктар 9 майға һауа торошон фаразланы

Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, шишәмбе, 7 майҙа, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы +10, +15°.

Синоптиктар 9 майға һауа торошон фаразланы
Синоптиктар 9 майға һауа торошон фаразланы

Шаршамбы, 8 майҙа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы, көндөҙ йәшенле ямғыр көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +5, +10°, төньяҡ-көнсығышта 0°, көндөҙ +15, +20°.

9 майҙа, Еңеү көнөндә, төндә ямғыр, урыны менән көслө, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +1, +6°, көндөҙ +6, +11°.

 
 
 
Фото: Алена Чернова
Автор:
Читайте нас: