Новости
6 Май 2024, 07:38

Һаҡ булығыҙ, дауыл!

Көслө ел ҡыйыҡтарҙы аҡтарып, ағастарҙы йыға ла башланы. Һеҙҙә хәлдәр нисек? 

Һаҡ булығыҙ, дауыл!Һаҡ булығыҙ, дауыл!
Һаҡ булығыҙ, дауыл!

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан Республикаһында хәүефле һауа торошо хаҡында иҫкәрnnt: 6 майҙа көндөҙ һәм кис республика буйынса көслө ел, дауыл көтөлә, урыны менән секундына 21-26 метр тиҙлектә иҫәсәк.

Белеүебеҙсә, майҙың беренсе көнөндә көслө ямғыр һәм ел, дауыл Белоретта Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының ҡыйығын алып ташланы (һүрәттә). Ошондай бәлә-ҡазалар барыбыҙҙы ла урап үтһен!

Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда 112 телефонына шылтыратығыҙ.

 

 

Фото: vk.com/belrab?from

Рәмилә Мусина

Һаҡ булығыҙ, дауыл!
Һаҡ булығыҙ, дауыл!
Һаҡ булығыҙ, дауыл!
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас