Новости
2 Май 2024, 08:00

Стәрлетамаҡта ике автобус ҡатнашлығындағы юл фажиғәһендә пассажирҙар зыян күргән

Стәрлетамаҡта дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ике автобус ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлай.

Стәрлетамаҡта ике автобус ҡатнашлығындағы юл фажиғәһендә пассажирҙар зыян күргәнСтәрлетамаҡта ике автобус ҡатнашлығындағы юл фажиғәһендә пассажирҙар зыян күргән
Стәрлетамаҡта ике автобус ҡатнашлығындағы юл фажиғәһендә пассажирҙар зыян күргән

Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, авария бөгөн иртәнге сәғәт 9 тирәһендә Хоҙайбирҙин урамындағы «Башҡорт гимназияһы» туҡталышы янында теркәлгән. «ПАЗ» автобусы водителе юл ыңғай барған «ГАЗель Некст» менән бәрелешкән. «ГАЗел»дең ике пассажиры дауаханаға оҙатылған.

Ике автобус та маршрутҡа сыҡҡан, «ГАЗел»дә — 20, «ПАЗ»да 10 пассажир булған.

Ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Авария сәбәптәре асыҡлана.

 
 
 
Фото:Башҡортостан буйынса ЮХХДИ
Автор:
Читайте нас