Новости
27 Апрель 2024, 05:00

Рәсәйҙә ипотеканы ҡаплау өсөн ишле ғаиләләргә ярҙам программаһының оҙайтылыуы ихтимал

Рәсәйҙә ипотеканы ҡаплау өсөн күп балалы ғаиләләргә ярҙам программаһының оҙайтылыуы ихтимал. Тейешле закон проекты Дәүләт Думаһына индерелгән, тип хәбәр итте парламент рәйесе Вячеслав Володин.

Рәсәйҙә ипотеканы ҡаплау өсөн ишле ғаиләләргә ярҙам программаһының оҙайтылыуы ихтималРәсәйҙә ипотеканы ҡаплау өсөн ишле ғаиләләргә ярҙам программаһының оҙайтылыуы ихтимал
Рәсәйҙә ипотеканы ҡаплау өсөн ишле ғаиләләргә ярҙам программаһының оҙайтылыуы ихтимал

Закон проекты советтың алдағы ултырышында ҡарала һәм артабан пленар ултырышта өҫтөнлөклө тәртиптә фекер алышыуға сығарыла, тип билдәләне спикер.

«Закон проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу маҡсатында әҙерләнгән. Дәүләт башлығы өсөнсө йәки артабанғы балалары тыуған ишле ғаиләләр торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн дәүләттән 450 мең һум аҡса алыу мөмкинлеген булдырырға ҡушты, — тине Вячеслав Володин. — Дәүләт Думаһы балалы ғаиләләргә ярҙам сараларын киңәйтеү өҫтөндә эҙмә-эҙлекле эшләй. Программаны йәнә ете йылға оҙайтыу — мөһим ҡарар, был күп балалы ғаиләләр өсөн торлаҡ алыу кимәлен күтәрергә тейеш».

 
 
 
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина
Автор:
Читайте нас