Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель , 13:00

Гөрләп үҫһен шыршылар, тирәктәр

27 апрелдә Ишембайҙа «Йәшел Башҡортостан» дөйөм республика акцияһының яҙғы этабы старт алды.

Гөрләп үҫһен шыршылар, тирәктәр
Гөрләп үҫһен шыршылар, тирәктәр

Был көндә Йәштәр урамында – 16 пирамидаль тирәк, Горький урамында – ете шыршы, алты груша һәм Сик һаҡсылары скверында биш шыршы ултыртылды.

Ҡалала үткән акцияла торлаҡ-коммуналь хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Юрий Палтусов ҡатнашты.

- Бөгөн Ишембайҙа ошо матур акцияла ҡатнашыу мөмкинлегенә бик шатмын. Был сара тораҡ пункттарҙың экологик хәлен яҡшыртыуға, ҡалаларҙың, ауылдарҙың йөҙөн матурлауға йүнәлтелгән, - тине Юрий Александрович. – Шыршыларҙы символик рәүештә Сик һаҡсылары скверында ултырттыҡ, сөнки был хәрбиҙәрҙең байрамы яҡынлашып килә. Ағас үҫентеләрен беҙгә Маҡар урмансылығы бирҙе. Сквер матур урында урынлашҡан, эргәлә генә – Балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайы. Тәрбиәләнеүселәр ағас һәм саф һауа ҡәҙерен белеп үҫһен.

Шулай уҡ был көндә «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль һәм «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекттар сиктәрендә өмә ойошторолдо.

- Бөгөнгө сараларҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла иғтибарлыҡ, әүҙем тормош позицияһы, үҙ ҡалаңды таҙа һәм матур итеп күреү теләге өсөн ҙур рәхмәтемде еткерәм! – тине акция аҙағында ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Илшат Шакиров.

 

Автор фотолары.

Гөрләп үҫһен шыршылар, тирәктәр
Гөрләп үҫһен шыршылар, тирәктәр
Гөрләп үҫһен шыршылар, тирәктәр
Гөрләп үҫһен шыршылар, тирәктәр
Гөрләп үҫһен шыршылар, тирәктәр
Гөрләп үҫһен шыршылар, тирәктәр
Гөрләп үҫһен шыршылар, тирәктәр
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: