«Йыл башынан Әбйәлил һәм Белорет райондарында бөтәһе 1,4 гектар майҙанда ике урман янғыны теркәлгән.Барыһы ла һүндерелгән. Әле янғын осраҡтары юҡ», — тип белдерҙеләр ведомствола.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 27 апрелдән Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелә. Был осорҙа янғын хәүефһеҙлегенә өҫтәмә талаптар ҡуйыла (шул иҫәптән усаҡ яғыу, ҡоро үлән, сүп-сар үртәү тыйыла, граждандарҙың урмандарға барыуы сикләнә һәм башҡалар).
Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн10-20 мең һум штраф ҡаралған.
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина