Ундай ирекмәндәр араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың туғандары ғына түгел, Рәсәй армияһына битараф булмаған башҡа кешеләр ҙә бар. Мәҫәлән, эшҡыуар Миңниса Әсфәндиәрова мобилизацияның тәүге көндәренән үк яҡташтарға ярҙам күрһәтә. Ул кейеме һәм камуфляжы булмаған яугирҙарҙы бушлай кейендерә, тауарҙарына ҙур ташламалар эшләй.
- Ике йыл элек районыбыҙҙың төрлө тораҡ пункттарынан егеттәрҙе оҙаттым, - тип һөйләй Миңниса Сабит ҡыҙы. – Мобилизация башланыу менән улар магазиныма килә башланы. Кейем һатып алырға мөмкинлектәре булмағандарға әйберҙәрҙе бушлай бирҙем. Бөгөн бөтә ил яугирҙарға ярҙам итә, мин дә ситтә ҡала алманым. Отпускыға ҡайтыусылар килеп китә, улар аша ла күп нәмә биреп ебәрергә тырышам.
Эшҡыуарҙар Рәйсә һәм Фәрит Йосоповтар ғаиләһе лә был эштә әүҙемлек күрһәтә. Махсус хәрби операция башланған көндән алып улар һалдаттар өсөн посылка йыя, шулай уҡ яҡташ яугирҙар һорауы буйынса маскировка селтәре үрә. Һуңғараҡ уларға “Шатлыҡ” ҡала баҙарында күп йылдар контролер булып эшләгән Зөһрә Йосопова ла ҡушыла. Баҙар етәксеһе Илдар Фәтиев был эш өсөн бүлмә бирә.
- Әле беҙ Доставалов исемендәге ротаның “Байруш” ҡушаматлы командирына ебәрергә маскировка селтәре әҙерләнек. Уны ҡара тупраҡ һәм үлән төҫөндә эшләүҙе һораны, - тип белдерә Рәйсә Йосопова. – Быға тиклем, декабрь айында, уға шулай уҡ 10 селтәр, одеялдар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар оҙатҡайныҡ. Әйберҙәрҙе гуманитар ылау йәки отпускыға ҡайтҡан яугирҙар аша ебәрәбеҙ. Беҙ, ҡайҙа хеҙмәт итеүҙәренә ҡарамаҫтан, бөтә ил һаҡсылары өсөн дә тырышабыҙ. Гуманитар ярҙам йыйыуҙа һәр ваҡыт баҙарҙың хәҙерге һәм элекке хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша: улар - Татьяна Ясько, Рәлиә Халиҡова, Людмила Клюева, Али Кәримов, Роман Гуламов һәм башҡалар. Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙ – башҡорттар, татарҙар, рустар, әзербайжандар, тажиктар һәм башҡа милләттәр – бик дуҫ йәшәйбеҙ.
- Тәүҙә мин өйҙә яугирҙар өсөн йөн ойоҡтар, бейәләйҙәр, бирсәткәләр бәйләнем, уларҙы “СССР” клубына тапшырып торҙом, - ти Зөһрә Йосопова. – Һуңынан Рәйсә Рафаэль ҡыҙынан маскировка селтәре үреүҙәре тураһында белеп ҡалдым. Мин дә уларға ярҙам итергә булдым. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттар һораған материалды һатып алабыҙ. Мәҫәлән, әлеге мәлдә ҡом төҫө күберәк булһын, тип әйттеләр. Күрәһең, яу барған ер тап ошондай төҫтә.
Шулай уҡ ирекмәндәр яугирҙарыбыҙ өсөн окоп шәмдәре эшләй, кәрәкяраҡтар һәм аҙыҡ-түлек йыя. Ишембай халҡы кейем, гигиена әйберҙәре, үҙҙәре етештергән изделиелар һәм башҡа күп төрлө нәмәләр алып килә.
Автор фотоһы.