Новости
16 Апрель 2024, 07:01

Ағиҙел, Ҡариҙел һәм Дим йылғаларында һыу кимәле арта - кешеләр социаль селтәрҙә яр буйын һыу баҫыуҙы теркәгән фото һәм видеояҙмалар һала

Хәүефләнер урын юҡ - ҡурҡыныс билдәгә тиклем 1,5 метр бар. Төбәктәге ташҡынға бәйле хәл тураһында оператив мәғлүмәт менән Башҡортостан менән идара итеү үҙәгенән БЮТ телеканалының ”Сәләм” тапшырыуы эфирында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса оператив-аналитика бүлегенең кризис үҙәге начальнигы урынбаҫары Юлиә Сәғетдинова сығыш яһай.

Аҙна дауамында Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим кеүек ҙур йылғаларҙың ташыуы, ял көндәрендә һыу кимәленең иң юғары нөктәгә етеүе көтөлә. Дуҫлыҡ монументы эргәһендә Ағиҙелдең кимәле тәүлек эсендә 15 сантиметрға күтәрелеп, 564 сантиметрға етте.

2024 йылдың 16 апреленә ҡарата, Башҡортостандағы баш идаралыҡ мәғлүмәттәре буйынса, 16 муниципаль берәмектә йорт һәм баҡса биләмәләрен, баҡса өйҙәрен, автомобиль юлдарын һәм түбән урынлашҡан күперҙәрҙе һыу баҫыуға бәйле 26 хәл күҙәтеүгә алынған.

Ауыл-ҡалаларҙы һыу баҫыу ҡурҡынысы юҡ. Йылға үҙәне буйында урынлашҡан йорт биләмәләренә һыу сығыуы мөмкин. Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәттәре йылғаларҙы тәүлек әйләнәһенә күҙәтә, кәрәк булғанда халыҡты оператив рәүештә эвакуацияларға әҙерҙәр.

Шул уҡ ваҡытта, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Өфө ҡотҡарыусылары 5 апрелдән бирле ташҡындан ҙур зыян күргән Ырымбур өлкәһендә эшләй. Белгестәр үтеү ҡеүәте юғары машиналар һәм кәмәләрҙә дежур итә. Бөгөнгә 162 кешене ҡотҡарғандар. Ҡотҡарыусылар Ырымбур халҡына шулай уҡ аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар ташый.

Бынан тыш, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса 14 апрелдә Ырымбур өлкәһенә ярҙамға 33 хеҙмәткәр һәм 10 берәмек техника ебәрелгән. Улар бөгөндән ваҡиға урынында эш башланы.

Автор:
Читайте нас