Новости
11 Апрель 2024, 08:24

Республикала көндәр йылытты

Башҡортостанда йылы яҙғы һауа торошо урынлашты. Алдағы өс көндә һауа +16 градусҡаса йылына. Урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал.

Республикала көндәр йылыттыРеспубликала көндәр йылытты
Республикала көндәр йылытты

Бөгөн, 11 апрелдә, термометр бағанаһы +11, +16° күрһәтәсәк. Урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын.

Йома, 12 апрелдә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Ел көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +2, +7°, көндөҙ +11, +16°.

Шәмбе, 13 апрелдә, бер аҙ ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ айырым райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +2, +7°, көндөҙ +10, +15°.

 
 
 
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина
Автор:
Читайте нас