Новости
8 Апрель 2024, 07:59

Башҡортостанда яңы эш аҙнаһы ямғырлы була

Башҡортостанда яңы эш аҙнаһы ямғырлы була, тип фаразлай синоптиктар.

Башҡортостанда яңы эш аҙнаһы ямғырлы булаБашҡортостанда яңы эш аҙнаһы ямғырлы була
Башҡортостанда яңы эш аҙнаһы ямғырлы була

Бөгөн, 8 апрелдә, республикала урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы +5, +10°.

Шишәмбе, 9 апрелдә, бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +1, +6°, көндөҙ +8, +13°.

Шаршамбы, 10 апрелдә, яуым-төшөм һаҡлана, төньяҡ райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, +5°, көндөҙ +6, +11°.

 
 
 
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина
Автор:
Читайте нас