Бынан йыл ярым элек, Рәсәйҙә өлөшлөтә мобилизация башланған саҡта ил халҡы баҙабыраҡ ҡалды. Һуғыш бер ҡасан да беҙгә ҡағылмаҫ кеүек булһа ла, уның яҡынлашыуын аңланыҡ. Шул ваҡытта беҙҙең ир-аттарға өлгө күрһәтеп, ҡулына ҡоралды Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов та алды. Уның был аҙымы күптәрҙе ғәжәпләндерҙе лә, һоҡландырҙы ла. Ул үҙенең эшен, ғаиләһен, бәләкәй балаларын ҡалдырып билдәһеҙлеккә, Шайморатов батальонына юлланды.
Башҡортостанда үҙен яҡшы етәксе, бына тигән ойоштороусы итеп күрһәтеп өлгөргән йәш сәйәсмән махсус хәрби операция биләмәһендә лә баҙап ҡалманы, әлбиттә. Шунда уҡ барлыҡ ойоштороу эштәрен үҙ ҡулына алды. Азат Бадранов “унда” Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күҙе лә, ҡулы ла, ҡолағы ла булды. Урында беҙҙең яугирҙәрҙең бөтә мәсьәләләре хәл ителде, шул уҡ ваҡытта бында Башҡортостанда ҡалған ғаиләләр менән дә әүҙем эш алып барылды. Аҙаҡ ил кимәлендә өлгөлө тип танылған ярҙам саралары булдырылды. Быларҙың бөтәһенә лә Азат Шамил улының ҡағылышы бар.
Һәм бына бөгөн, йыл ярым ваҡыт үткәс яңылыҡ билдәле булды. Азат Бадранов республикаға гражданлыҡ хеҙмәтенә ҡайта.
“МХО минең өсөн иң көтөлмәгән һәм тормошомдағы иң еңел булмаған осор. Шул уҡ ваҡытта унда барыуыма бер секундҡа ла үкенмәнем. Беҙ егеттәр менән унда был йәмғиәткә, республикаға, илгә кәрәк саҡта барҙыҡ.
Яңыраҡ мине Ҡораллы Көстәрҙән республиканың башҡарма власть органдары рәтенә саҡырҙылар. Йәшермәйем, башҡорт йәмәғәтселегендә барған ҡайһы бер ваҡиғалар быға этәргес булды. Шул уҡ ваҡытта мин погондарҙа һәм үҙемдең командирҙар, улар араһында тәү сиратта Башҡортостан Башлығы, приказына буйһонам.
Фронт линияһы һәм армия бөгөн минең өсөн тыуған Башҡортостанда барған ижтимағи-сәйәси процестарға ҡарағанда аңлайышлыраҡ. Тик хеҙмәт итеүсе кеше булараҡ (хәрби хеҙмәт, гражданлыҡ хеҙмәте кеүек үк, дәүләт хеҙмәте төрө генә) етәкселек билдәләгән теләһә ҡайһы ерҙә лә бурыстар башҡарырға әҙермен. Приказ бар икән – ул үтәләсәк”, – тип аңлатты ул был ҡарарын.
Иғтибарығыҙға Азат Бадрановтың яҙмаһын тулыһынса тәҡдим итәбеҙ. Ул ошо һылтанма буйынса: https://vk.com/wall140293852_5221
“Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси гәзитенең баш мөхәррире, БР Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов бер нисә тапҡыр МХО биләмәһендә командировкала булып ҡайтты. Уның менән бергә барған Башҡортостан журналистары яугирҙәребеҙҙең тормош-көнкүрешен үҙ күҙҙәре менән күреп, блиндаждарҙа улар менән бергә йәшәп, бихисап мәҡәләләр, очерктар, интервьюлар әҙерләп баҫтырҙы.
– Миңә бер нисә тапҡыр журналистарҙы МХО биләмәһенә алып барырға тура килде. Ошо командировкаларҙы ойоштороуҙа, һуғыш барған ерҙәрҙә беҙҙең имен-аман йөрөп ҡайтыуыбыҙҙы тәьмин итеүҙә Азат Шамил улы Бадрановтың роле иҫ киткес ҙур булды. Тәүге командировкала бергә булған яҙыусы Мөнир Ҡунафин үҙенең юлъяҙмаһында шундай фекер әйткәйне: “Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ баласаҡ” әҫәрендә бөтә нимә Оло инәй янында әйләнгән кеүек, башҡорт батальондарында ла барлыҡ тормош Азат Шамил улы тирәләй әйләнгән кеүек...” Был, ысынлап та, шулай ине. Яугирҙәр, командирҙар үҙҙәренең бөтә проблемалары, хәрби-көнкүреш ихтыяждары менән иң тәүҙә уға мөрәжәғәт итә. Тәүге командировка барышында ғына ла Азат Шамил улының үтенесе буйынса тиҫтәләгән яугирҙең мөрәжәғәтен туплап, республика етәкселеге ҡарамағына алып ҡайтып тапшырҙым. Беҙ уның ысын командир, килеп тыуған проблемаларҙы оҫта хәл итеүсе, Башҡортостан батальондарын бөтә кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итеүҙе яйға һалған ойоштороусы булыуын үҙ күҙебеҙ менән күреп ҡайттыҡ.
Азат Шамил улы менән бер блиндажда йәшәү, һәр минутта хәүеф һағалаған шарттарҙа эшләү, ирҙәрсә аралашыу уның күңел торошон аңларға, кешелек сифаттарын тағы ла нығыраҡ асырға булышлыҡ итте. Һуғыш шарттарында кешеләр бөтөнләй башҡа яҡтан асыла икән. Һәм был йәһәттән дә ул беҙҙе ысын кеше, тоғро, хәстәрлекле командир, илһөйәр яугир булыуы менән һоҡландырҙы, – тине Вәдүт Ғәйфулла улы.