Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Апрель , 14:13

Республикала +14 градусҡаса йылыта

Синоптиктар фаразлауынса, шаршамбы, 3 апрелдә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы +9, +14°.

Республикала +14 градусҡаса йылыта
Республикала +14 градусҡаса йылыта

Кесаҙна, 4 апрелдә, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Төндә 0, +5, көндөҙ +9, +14 градус йылы була.

Йома, 5 апрелдә, төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +1, +6°, көндөҙ +9, +14°.

Бынан алдараҡ Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы 3 апрелдә иртән ҡуйы томан хаҡында иҫкәрткәйне.

 
 
 
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина
Автор:
Читайте нас: