«Етди емереклектәр юҡ, предприятиеларҙың технологик процесы боҙолмаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Алабуғала бинаның емерелеүе һөҙөмтәһендә зыян күреүселәр бар. Уларға барлыҡ тейешле ярҙам күрһәтелә», – тиелә рәсми хәбәрҙә.
Республика етәксеһе Рөстәм Миңлехановҡа БПЛА һөжүме тураһында мәғлүмәттәр еткерелә.
«Хәҙер тынсылыҡ һаҡлау һәм ошо енәйәтте ҡылған кешеләр аңлы рәүештә булдырырға тырышҡан паникаға бирелмәү бик мөһим», – тип билдәләне Татарстан Рәисе.