Амур өлкәһендә «Пионер» руднигының идара итеүсе директоры ҡулға алынған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 120 метрҙан ашыу тәрәнлектә ҡалған эшселәр араһында биш яҡташыбыҙ бар. Уларҙың дүртәүһе — Сибайҙан, береһе — Учалынан, 31-48 йәшлек ир-егеттәр. Барыһы ла машинист булып эшләй. 18 март кисендә Амур өлкәһендәге рудниктың ер аҫты эштәре участкаһында тау тоҡомдары ишелеп төшкән.