Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март , 15:00

Янғында тотош ғаилә һәләк булған

Балаларҙың береһенә өс, икенсеһенә бер йәш...

Янғында тотош ғаилә һәләк булған
Янғында тотош ғаилә һәләк булған

Бөгөн төндә Белорет районының Железнодорожный ауылында көслө янғын сыҡҡан. Ғәҙәттән тыш хәл тураһында хәбәр һуң килеү сәбәпле, янғын һүндереүселәр килгәндә ут бөтә территорияны – йорт һәм мунсаны, автомобилдәрҙе ялмап алған була, тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡиға урынында 1967 йылғы ирҙең, 1991 йылғы ҡатындың, өс йәшлек ҡыҙҙың һәм бер йәшлек малайҙың кәүҙәләре табылған.

Әлегә янғын сәбәптәре асыҡлана. Өйҙә янғын тураһында иҫкәртеүсе приборҙың булмауы билдәле.

 

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.

Гүзәлиә Зәйнуллина

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас: