Новости
29 Март 2024, 12:00

Башҡортостандың «Һөт кухняһы» «Хәләл» сертификатына эйә булды

Башҡортостандың «Һөт кухняһы» яңы өлгөлө «Рәсәй сифат системаһы-Хәләл» сертификатын алды, Рәсәйҙә балалар өсөн һөт ризыҡтары етештереүселәр араһында беҙ алдынғы, тип хәбәр итте республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында.

Башҡортостандың «Һөт кухняһы» «Хәләл» сертификатына эйә булдыБашҡортостандың «Һөт кухняһы» «Хәләл» сертификатына эйә булды
Башҡортостандың «Һөт кухняһы» «Хәләл» сертификатына эйә булды

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, бындай сертификат алыу предприятие тәрән комплекслы аудит үткән тигәнде аңлата. Уны илдәге халыҡ-ара өлгө буйынса аккредитацияланған берҙән-бер ойошма белгестәре үткәргән. «Һөт кухняһы» хеҙмәткәрҙәрен халыҡ-ара стандарт буйынса эш принциптарына өйрәнгән.

«Был сертификат «Һөт кухняһы» продукцияһының юғары сифатлы булыуын, предприятиеға ышанырға мөмкин икәнен раҫлай. Эремсек, йогурт, һөт составында тыйылған буяуҙар һәм өҫтәмәләр юҡ», - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Әлеге көндә республикала ете «Һөт кухняһы»ның ете цехы эшләй, улар тотош Башҡортостанды балалар өсөн һөт продукцияһы менән тәьмин итә.

«Юғары планканы тотабыҙ, артабан үҫешәбеҙ», — тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

 
 
 
Фото:Радий Хәбировтың телеграм-каналы
Автор:
Читайте нас