Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Март , 22:37

Ишембай районында 10 йорт яны биләмәһен һыу баҫҡан

Ишембай районы Һайран ауылының Беренсе Май урамында 10 йорт яны биләмәһен һыу баҫҡан.

Ишембай районында 10 йорт яны биләмәһен һыу баҫҡан
Ишембай районында 10 йорт яны биләмәһен һыу баҫҡан

Ете өй миҙгелле йәшәү өсөн генә ҡулланыла. Ваҡытлыса тороу пункты әҙерләнгән, халыҡ эвакуациянан баш тартҡан, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.

Һыуҙы мотопомпалар менән һурҙырып алғандар.

«Урында хәлде күҙәтеү һәм контролдә тотоу өсөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республика буйынса баш идаралығының пилотһыҙ авиация системаларын ҡулланыу төркөмө эшләй», - тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.

 

Ләйсән Закирова

Фото:видеонан скриншот

Автор:
Читайте нас: