Новости
26 Март 2024, 09:31

«Барыһы ла ауыр хәлдә»

Кисә Әбйәлил районының Ҡушый ауылында күп балалы ғаиләнең өйөндә газ баллоны шартлаған. Янғында зыян күргәндәрҙе, әсәне һәм уның өс балаһын, ашығыс ярҙам машиналары менән Асҡар дауаханаһына килтергәндәр.

«Барыһы ла ауыр хәлдә»«Барыһы ла ауыр хәлдә»
«Барыһы ла ауыр хәлдә»

«Табиптар уларҙы реанимация бүлегенә һалған. Дауалау тактикаһы буйынса Республика тән бешеү үҙәге белгестәре менән кәңәшләшелгән. Дүрт кешенең, шул иҫәптән өс баланың һәм йөклө ҡатындың хәле ауыр, әммә тотороҡло тип баһалана. Бер өлкән пациенттың хәле хәле — уртаса ауырлыҡта», — тип хәбәр иттеләр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Бөгөн, 26 мартта, Асҡар үҙәк район дауаханаһына ике реанимобиль юлланды. Пациенттарҙы комбустиологтар, реаниматологтар тикшерәсәк, шунан һуң уларҙы республика тән бешеү үҙәгенә оҙатыу мәсьәләһе хәл ителәсәк, тип билдәләнеләр министрлыҡта.

 

Сығанаҡ: https://vk.com/bstnews?w=wall-85076499_71287

Фото:МЧС по РБ

Автор:
Читайте нас