Новости
25 Март 2024, 11:00

Радий Хәбиров Башҡортостан юлдарындағы соҡорҙарҙы ремонтлай башларға ҡушты

Тиҙҙән Башҡортостанда соҡорҙарҙы ремонтлау башлана.

Радий Хәбиров Башҡортостан юлдарындағы соҡорҙарҙы ремонтлай башларға ҡуштыРадий Хәбиров Башҡортостан юлдарындағы соҡорҙарҙы ремонтлай башларға ҡушты
Радий Хәбиров Башҡортостан юлдарындағы соҡорҙарҙы ремонтлай башларға ҡушты

Башҡортостан Башлығы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә шундай йөкләмә бирҙе. Радий Хәбиров фекеренсә, ҡар иреп бөткәс тә юлдағы соҡорҙарға бәйле проблема килеп тыуа, шуға күрә әле үк иҫкәртеү сараларын күрергә кәрәк.

«Хәҙер соҡорҙарҙы ямау проблемаһы киҫкен торасаҡ. Юлдар асылды, яйлап ошо эште башлағыҙ», - тине республика етәксеһе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров оператив кәңәшмә барышында ҡыштан һуң республкала тәртип урынлаштырырға ҡушты.

Автор:
Читайте нас