Кисә кис Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡалаһынан ҡурҡыныс яңылыҡтар килде.
Бында урынлашҡан “Крокус Сити Холл”да теракт булған. Хәбәр ителеүенсә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 3-тән 15-кә тиклем ҡоралланған кеше бинаға килеп ингән һәм кешеләргә ата башлаған. Быны шаһиттар интернетҡа һалған видеояҙмалар аша күрергә була.
Был ваҡытта “Крокус”та “Пикник” рок-төркөмөнөң концерты булған. Хәбәр ителеүенсә, төркөм атыш башланған ваҡытта сәхнәгә сығып өлгөрмәгән, улар гримеркала булған. Артистар зыян күрмәгән, тиелә.
Ҡорбандарға килгәндә, уларҙың һаны - яҡынса 40. Йөҙләгән кеше йәрәхәтләнгән. Тик был һандар яҡынса. Атыш менән бер рәттән бинала шартлау булған, шунан уның ҡыйығы яна башлай.
Хәбәр ителеүенсә, был - алдан әҙерләнгән теракт.