Новости
21 Март 2024, 07:00

Башҡортостан синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошона фараз бирҙе

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте. Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн республикала яуым-төшөмһөҙ була. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын.

Башҡортостан синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошона фараз бирҙеБашҡортостан синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошона фараз бирҙе
Башҡортостан синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошона фараз бирҙе

Һауа температураһы көндөҙ +2,+7 градус, таулы райондарҙа +11-гә тиклем.

Йома, 22 мартта, яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын. Һауа температураһы төндә -6, -11 градус, урыны менән -16 градусҡаса. Көндөҙ 0, +5 градус, таулы райондарҙа +10 градус.

Шәмбе, 23 мартта, һауа торошо үҙгәрмәй. Шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын. Һауа температураһы төндә -6, -11 градус, урыны менән -16 градусҡа етеүе мөмкин. Көндөҙ 0, +5 градус, таулы райондарҙа +10-ға тиклем.

 
 
 
Фото: Гөлнур Артыҡаева
Автор:
Читайте нас