Новости
17 Март 2024, 06:00

ИҒТИБАР, ҠУРҠЫНЫС БОҘ!

Яҙғы көндәрҙә халыҡты, бигерәк тә балаларҙы, хәүефһеҙлектән иҫкәртеү, шул иҫәптән үлемдән һаҡлау маҡсатында, республикала 11 марттан 8 апрелгә тиклем Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы акцияһы үткәрелә. Был сара «Яҙғы ҡурҡыныс боҙ» тип атала.

2023 йылда, боҙҙар ирегән осорҙа, республика һыу объекттарында биш кеше һәләк булды. Улар боҙ өҫтөндә торған, ҡайһы берҙәре ярҙан ҡолаған. 2024 йылда һыу аҫтында балыҡ тотҡанда бер кеше һәләк булған.

Яҙ етеү менән ҡояш нурҙары аҫтында боҙ тиҙ ирей. Уға килеп ҡушылған башҡа шишмә һыуҙары тәьҫир итә – ул ҙур хәүеф тыуҙыра.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы түбәндәге хәлдәрҙе иҫкәртә:

- бер ваҡытта ла ҡараңғы ваҡытта боҙға сыҡмағыҙ;
- яҙғы боҙҙа тиҙ батырға була;
- йылға яры тирәһендә боҙ тиҙ ватыла;
- яҙғы боҙҙо шыуыу өсөн ҡулланырға ярамай;

Шулай ҙа боҙға баҫып, һыуыҡ һыуға осоп төшһәгеҙ ни эшләргә? Иң мөһиме, ҡурҡмағыҙ, етеҙ хәрәкәттәр эшләмәгеҙ, иркен тын алығыҙ, тирәяҡты һәрмәп, боҙға йәбешегеҙ. Ағым йүнәлешенә яраҡлашығыҙ. Боҙ киҫәге ҙур булһа, тәүҙә бер аяғығыҙҙы, шунан икенсеһен һалығыҙ.

Нисек һыуға батҡан кешегә ярҙам итергә? Ниндәй ҙә булһа таяҡ, таҡта, бау (шарф, ҡайыш) һәм башҡа ҡотҡарыу саралары алығыҙ. Һыуҙағы кешенән бер нисә метрлыҡ алыҫлыҡта туҡтағыҙ, уға ярҙам итеү ҡоралдарын ташлағыҙ. Боҙға алып сығығыҙ һәм бергәләп хәүефле урындан китергә тырышығыҙ. Артабан йылы урынға алып барығыҙ.

Шулай ҙа, иҫтә тотоғоҙ, хәүефле хәлдә 112 телефон номеры буйынса шылтыратығыҙ.

 

Автор:Марина АППЕЛЬБАУМ, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығының бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһы инспекторы.
Читайте нас