Ҡала һәм район халҡы өсөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың өҙлөкһөҙ эшләүе мөһим роль уйнай. Беҙҙең өсөн күптән инде коммуналь ҡиммәттәр ғәҙәти хәлгә әйләнгән, һәм беҙ ҡайһы берҙә ҙур тармаҡлы хужалыҡтың тотороҡло эшләүен тәьмин итеү өсөн ниндәй хеҙмәт кәрәклеге тураһында уйланмайбыҙ. Коммуналь өлкә хеҙмәткәрҙәренең иңендә бөтә район тормошо өсөн ҙур яуаплылыҡ ята.
Халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләү ҙур белем, яуаплылыҡ, фиҙаҡәрлек, сабырлыҡ һәм кешеләр менән эшләү оҫталығын талап итә. Кешеләрҙең кәйефе, именлеге һәм йәшәү шарттары һеҙҙең профессионализмығыҙҙан, күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатынан, күңел йылыһынан тора. Намыҫлы хеҙмәт, Ишембай районы халҡының ихтыяждарына иғтибарлы мөнәсәбәт өсөн рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, көр кәйеф, бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт һәм бөтә башланғыстарҙа ла уңыштар теләйем!
Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.