Новости
28 Февраль 2024, 10:49

Башҡортостанда яҙҙың тәүге көнө һалҡын һәм ҡарлы була

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, шаршамбы, 28 февралдә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ 0,-5°, таулы райондарҙа +5° тиклем.

Башҡортостанда яҙҙың тәүге көнө һалҡын һәм ҡарлы булаБашҡортостанда яҙҙың тәүге көнө һалҡын һәм ҡарлы була
Башҡортостанда яҙҙың тәүге көнө һалҡын һәм ҡарлы була

Кесаҙна, 29 февралдә, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Төндә -11,-16°, урыны менән -21°, көндөҙ 0,-5°, таулы райондарҙа +5° була.

Яҙҙың тәүге көнөндә, йома, 1 мартта, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй, көндөҙ төньяҡ райондарҙа бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -8,-13°, урыны менән -18°, көндөҙ +1,-4°.

 
 
 
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина
Автор:
Читайте нас