Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитет ултырышында республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин ошо хаҡта хәбәр итте.
«Хәҙер был бик мөһим, — тип белдерҙе ул. — Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының авторҙар коллективы һайлап алынған. 1 апрелгә тиклем «Тыуған яҡ тарихы. Башҡортостан» курсы буйынса дәреслектең ҡулъяҙмаһын күрһәтергә тейешбеҙ. Был курсты 2025 йылдың 1 сентябренән индереү күҙаллана».
Яңы фәнде бишенсе-етенсе класс уҡыусылары өйрәнә, тип асыҡлыҡ индерҙеләр «Башинформ»ға республиканың Мәғариф министрлығында.