Новости
6 Февраль 2024, 15:50

Ҡаҙағстан оҫтаһы уңыш серҙәре менән бүлешә

Иртәгә, 7 февралдә, һөнәрселәрҙе бушлай тренинг-семинар көтә. 

Ҡаҙағстан оҫтаһы уңыш серҙәре менән бүлешәҠаҙағстан оҫтаһы уңыш серҙәре менән бүлешә
Ҡаҙағстан оҫтаһы уңыш серҙәре менән бүлешә

"Ағиҙел" башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы һәм БР Һөнәрселек палатаһы һөнәрселәрҙе Ҡаҙағстандың “Baqytty otbasy” республика ҡатын-ҡыҙҙар өсөн белем биреү мәғлүмәт-консультация үҙәге етәксеһе, Халыҡ-ара һөнәрселәр академияһы президенты, оҫта Ырза Турсынзада менән осрашыуға саҡыра.

Ҡунаҡ Башҡортостан Республикаһы һөнәрселәре өсөн тренинг-семинар үткәрәсәк, һөнәрселекте үҫтереү һәм уңышлы үҫеш буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ. Һөнәрселәр өсөн был осрашыу ҡыҙыҡлы, кәрәкле булыр тип ышанабыҙ, сөнки Ҡаҙағстандағы коллегаларыбыҙҙан өйрәнерлек нәмәләр бар!

Осрашыу иртәгә, 7 февралдә, “Торатау” Конгресс-холында 10.00 сәғәттә башлана. 

Инеү ирекле, һылтанма буйынса теркәлеү үтергә кәрәк: https://mnogoremesla.timepad.ru/event/2769216/

 

 

Рузилә Ҡолөмбәтова

 

18+

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас