Новости
2 Февраля 2024, 14:00

Башҡортостанда шағир Рәшит Назаровҡа бюст ҡуйыла

Өфө скульпторы Илдус Закиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Рәшит Назаровтың бюсын эшләп бөтөүен  хәбәр итте. Бюст эскиздары Ауырғазы районы хакимиәте ултырышында Р.Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы уҡытыусылары, инициатива төркөмө ағзалары һәм шағирҙың туғаны З. Назарова ҡатнашлығында тикшерелде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда шағир Рәшит Назаровҡа бюст ҡуйылаБашҡортостанда шағир Рәшит Назаровҡа бюст ҡуйыла
Башҡортостанда шағир Рәшит Назаровҡа бюст ҡуйыла

Рәшит Назаров (1944 – 2006) – башҡорт шиғриәтенең сағыу һәм талантлы вәкилдәренең береһе, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Ғ.Ибраһимов исемендәге район премияһы лауреаты. 18 йәшендә үк Рәшит Назаров башҡорт әҙәбиәтендә феноменаль күренеш тип танылды.

Рәшит Назаровтың әҫәрҙәре республиканың урта һәм юғары уҡыу йорттары программаларына индерелгән. Йыл һайын Назаровтың тыуған көнөндә Башҡортостанда «Назаров уҡыуҙары» — шиғри, әҙәби, музыкаль саралар ойошторола. Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылы урта мәктәбендә Рәшит Назаровтың кабинет-музейы бар.  «Бельские просторы» журналы уның шиғырҙарын рус теленә тәржемә итеү буйынса ижади конкурстар үткәрә.

 

Ләйлә Аралбаева

Башҡортостанда шағир Рәшит Назаровҡа бюст ҡуйыла
Башҡортостанда шағир Рәшит Назаровҡа бюст ҡуйыла
Автор:
Читайте нас