Новости
2 Февраль 2024, 07:00

Аҙна һуңында республикала йәшәүселәрҙе ниндәй һауа торошо көтә

Йома һәм ял көндәрендә Башҡортостанда бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә, ел көньяҡтан һәм көньяҡ-көнбайыштан талғын. Был хаҡта республиканың гидрометеорология үҙәге хәбәр итә.

Аҙна һуңында республикала йәшәүселәрҙе ниндәй һауа торошо көтәАҙна һуңында республикала йәшәүселәрҙе ниндәй һауа торошо көтә
Аҙна һуңында республикала йәшәүселәрҙе ниндәй һауа торошо көтә

Бөгөн, 2 февралдә, һауа температураһы көндөҙ -3, -8°, ә төндә -10°. Ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал.

Шәмбе, 3 февралдә, -5, -9° тиклем һыуыта (аяҙытҡанда -14°), йәкшәмбелә һауа торошо көндөҙ -3, -8°, төндә -8, -13° кимәлендә һаҡлана.

 
 
 
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина
Автор:
Читайте нас