Новости
1 Февраля 2024, 11:00

Рәсәйҙә юғалған кешеләрҙе эҙләү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр булдырыла

Дәүләт Думаһы депутаттары икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа юғалған кешеләрҙе эҙләү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр булдырған закон ҡабул итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәйҙә юғалған кешеләрҙе эҙләү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр булдырылаРәсәйҙә юғалған кешеләрҙе эҙләү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр булдырыла
Рәсәйҙә юғалған кешеләрҙе эҙләү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр булдырыла

Закон проекты буйынса хәбәрһеҙ юғалған граждандарҙың яҡын туғандарын мотлаҡ дәүләт геном теркәүе үтергә тейешле кешеләр исемлегенә индерергә тәҡдим ителә. Улар — ата-әсәләр, балалар, бер туғандар.

Алынған геном мәғлүмәттәре кешенең ҡайҙа икәне асыҡлағансы һаҡлана, әгәр ул һәләк булһа, уны таныуҙа ярҙам итергә тейеш.

Бынан алда Башинформ республикала ғәйеп булған кешеләрҙе нисек эҙләүҙәре хаҡында яҙғайны.

 
 
 
Фото:«БашРегионСпас» төркөмө
Автор:
Читайте нас