Новости
23 Января 2024, 06:09

Республикала йәш ауыл уҡытыусыларына гранттар тураһында указға төҙәтмәләр индерелде

Башҡортостан Башлығының ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар тураһында Указына үҙгәрештәр индерелде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республикала йәш ауыл уҡытыусыларына гранттар тураһында указға төҙәтмәләр индерелдеРеспубликала йәш ауыл уҡытыусыларына гранттар тураһында указға төҙәтмәләр индерелде
Республикала йәш ауыл уҡытыусыларына гранттар тураһында указға төҙәтмәләр индерелде

Хәҙер 20 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡасабаларҙа эшләп йөрөгән 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар грант дәғүә итергә мөмкин (элек 15 мең ине). Мәғариф министрлығы Башстаттан ошондай ауыл-ҡасабалар тураһында мәғлүмәттәр һорап алырға тейеш.

Конкурсҡа документтар 1 февралдән 31 майға тиклем ҡабул ителә.

Йыл һайын ауылда эшләгән 150 уҡытыусы 690-шар мең һум аҡса алыу мөмкинлегенә эйә.

Автор:
Читайте нас