Республиканың Транспорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 17 ғинуарҙа урындағы ваҡыт менән көндөҙгө 1-се 15 минуттан Р-240 Өфө — Ырымбур автомобиль юлы участкаһында (Мәләүезде урау юлынан Яңы Морапталға тиклем) пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, йөк транспорты өсөн хәрәкәт ябылды.
Был һепертмә буран сығыу, ҡар яуыу, күреү мөмкинлегенең сикләнеүе менән бәйле.